Барлык язмалар news_header_top_970_100
news_header_bot_970_100
Язманы тыңлагыз

Йырсы Раил Өмөтбаев: «Башҡортостанда татар менән башҡорттоң мөнәсәбәттәре «кайфово»

Башҡортостан йондоҙо Раил Өмөтбаевтың йырҙары нисә һум тора? Ул нисек итеп ҡатынын синтезаторға алыштыра яҙып ҡалған? Раил Өмөтбаевты гастролдәргә барғас ни өсөн һалҡын мунсаға кереткәндәр? Быйыл уның иң ҙур ҡыуанысы ниндәй булған? Раил «Интертат» сайтына интервьюһында шул хаҡта һөйләне.

news_top_970_100
Йырсы Раил Өмөтбаев: «Башҡортостанда татар менән башҡорттоң мөнәсәбәттәре «кайфово»
Раил Өметбаевның шәхси архивыннан

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, бик күп йырсыларҙың популяр хиттары авторы Раил Өмөтбаев менән «Интертат» әңгәмәһе.

«Йырҙарымды бушҡа ла бирәм»

— Раил күңелең менән һин беренсе сиратта йырсымы, композитормы?

— Бөгөнгө көндә мин үҙемә был һорауҙы йыш бирәм. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, яуабын табыу ҡыйыныраҡ. Мин, күбеһенсә, композиторҙыр. Сөнки күп ваҡытымды студияла көйҙәр яҙып, аранжировкалар эшләп үткәрәм. Йырлағанда ла үҙем ижад иткән йырҙарҙы яратып башҡарам.

— Үҙең композитор, үҙең йырсы булғас, эстрадаға сығыу еңелерәк булғандыр. Сығымдары ла бермә-бер кәмерәк.

— Әлбиттә, концерттарымда төп үҙемдең йырҙар өҫтөнлөк итә. Әммә репертуарҙы төрлөләндереү өсөн башҡа композиторҙарҙың йырҙарын да башҡарам. Гел бер төрлө генә йырҙар тамашасыны туйҙырырға мөмкин.

— Йырҙарыңдың беренсе тапҡыр башҡарыусыһы кем булыуы һинең өсөн мөһимме?

— «Һиңә йыр бирәм, ә һиңә юҡ», — тип айырғаным юҡ улай. «Шундай темаға, шундайыраҡ стилдәге йыр кәрәк тип килеп әйтһәләр, алабыҙ ҙа, ижад итәбеҙ. «Был йондоҙ, был ябай кеше», — тип һайламайым, рамкалар ҡуймайым. Минең йырҙарымды оҡшатып, атап миңә килгән икән — барыһына ла күңелем асыҡ. Үҙҙәре менән кәңәшләшеп, бик рәхәтләнеп ижад итәм.

— Йырҙарыңды бушҡа биргәнең бармы?

— Бөгөнгө көндә матди яҡ тураһында ҡайғыртмайынса булмай. Сөнки йырҙар яҙыу ул минең өсөн ижад та, бизнес та. Ләкин йырҙарҙы ике лә уйлап тормайынса бүләк иткән ваҡыттарым да була. «Миңә бушҡа яҙып бир әле» тип түгел, әлбиттә. Ә бер ҙә көтмәгән ерҙән, уйламаған кешегә. Тауышы шул тиклем йәнгә ятышлы йырсылар була. Кеше булараҡ та йылы ҡабул ителә. Күңел нисектер яҡын итеп ҡуя ла шул кешене, бушҡа биреп ебәрәм.

— Йырҙарың күберәк нимә тураһында?

— Әлбиттә, күберәк мөхәббәт йырҙары яҙам. Бәхетле мөхәббәт тураһында.

— Ижадыңда фәлсәфи, милли, сәйәси темалар бармы?

— Рухты күтәреп ебәрә торған темалар бар. Төрлө республика күләмендә уҙғарылыусы музыкаль, административ проекттар, спорт саралары, һөнәри байрамдар өсөн көйҙәр, гимндар яҙам. Милли йырҙарым да етерлек. Тыуған ер, Башҡортостан, Татарстан тураһында йырҙарым бар.

Балалар темаһын яҡын итәм. Балаларға йыр бәйгеләрендә ҡатнашыу өсөн көйҙәр яҙам. Улар араһында Башҡортостандан ғына түгел, Ҡазандан да актив заказ биреүселәрем бар. Күбеһен үҙем бик хөрмәт иткән, Татарстанда йәшәп ижад итеүсе Гөлфиә Шакирова менән бергәләп яҙабыҙ. Йырҙарымдың яртыһы нәҡ бына уның шиғырҙарына ижад ителгән.

— Уның шиғриәте нимәһе менән йәлеп итә?

— Гөлфиә ханым тиҙ эшләй. Беҙгә оперативлыҡ кәрәк. «Әйттем дә, юғалдым» шағирҙар була. Ул һәр ваҡыт һүҙендә тора, дисциплиналы, хеҙмәттәшлек итеү өсөн бик уңайлы.

«Нота белмәүең яҡшыраҡ»

— Һин ҡайһы яҡтарҙан? Атай-әсәйең тураһында һөйләп кит әле.

Мин Башҡортостандың Баймаҡ районы Аҡморон ауылында тыуып-үҫтем. Атайым ғүмер буйы автобус йөрөтөүсе булып эшләне. Әсәйем ауылда төрлө-төрлө һөнәрҙәр менән шөғөлләнде. Профессиональ сәнғәт менән бәйле булмаһалар ҙа, күңелдәре менән улар икеһе лә сәнғәт кешеләре. Атайым гармунда оҫта уйнай, әсәйем матур итеп йырлай. Йыр-моңға мөхәббәт гендар аша миңә лә күскән.

Мине бала саҡтан клавишлы музыкаль уйын ҡоралында уйнау хыялы булды. Ауылға концерттар килгәс, музыканттарҙың синтезаторҙа уйнағандарын күреп, ысын мәғәнәһендә ғәжәпләнә инем. «Вәт был техника, бынан нисек тауыш сығарып була икән», — тип аптырай инем.

Миңә бер нисә йыл ауылдағы мәҙәниәт йортоноң сәнғәт етәксеһе булып эшләргә тура килде. Береһендә беҙгә яңы синтезатор ҡайтарҙылар. Минең ул синтезаторға нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ икән. Ул ваҡытта һөйгән йәрем дә ауылда ине. Кистәрен ҡапҡа төбөндә уның менән гел бергәләп уҙғарабыҙ. Ул кисте, айырылмайнса синтезатор артында ултырып, уның тураһында бөтөнләй онотҡанмын. Мин үҙенә бер ҙә иғтибар итмәгәс, аптырап ултырған да, ҡайтып киткән. Икенсе көндө лә «мине синтезаторға алыштырҙың» тип үпкәләп йөрөнө әле. Йәштән шулай мөкиббән мин музыка уйын ҡоралдарына.

— Музыкаль белемең бармы?

— Мин ноталарҙы ла танымайым. Береһендә студияға популяр композитор Рим Хәсәнов килгән ине. Минуның бер нисә йырына аранжировка яһаным. Бик оҡшатып, «һин талантлы кеше, алға табан да шулай дауам ит» тип маҡтаған ине. «Рим ағай, мин ноталарҙы белмәйем, әллә музыкаль белем кәрәкме икән» — тип кәңәш иттем. «Белмәгәнең тағы ла яҡшыраҡ. Ноталар һинең ижадыңды сикләп, рамкаларға керетәсәк. Башыңды ҡатырма, нисек яҙған булһаң, алға табан да шулай уҡ яҙ. Ирекле сәнғәт кешеһе булып ҡал», — тине.

— Нота белмәгән килеш көй нисек яҙыла ул?

— Ишеткәнсә. Көйҙәремде уйнайым да, иҫтә ҡалдырам.

— Ижад юлың ҡасан башланды?

— Минең ижад юлым ауылда башланды. 2002–2004 йылдарҙа ауыл мәҙәниәт йортонда сәнғәт етәксеһе булып эшләгәндә «Һағынам» тигән йырымды ижад иттем. Уны хәҙер Элвин Грей менән Ябай малай йырлап йөрөй. Шул йырҙың минең башҡарыуҙағы оригиналын тыңлап ҡарағыҙ әле. Шунда уҡ уны икенсе төрлө итеп тойорһоғоҙ. Миңә ижадҡа юл асҡан йыр шул булды.

— Һин үҙең ниндәй һөнәр эйәһе һуң?

— Миндә һөнәрҙәр күп. Башта электрик булып эшләргә тура килде. Баш кейемдәре модельеры, ҡунаҡханалар сервисы туризмы менеджеры һөнәрҙәренә уҡыным. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡаршыһындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында хоҡуҡ белеме алып сыҡтым. Бөгөнгө көндә уларҙың береһен дә ҡулланғаным юҡ. Сәнғәт өлкәһендәге яратҡан эшем менән шөғөлләнеп ятыу.

— Баш кейемдәре модельеры бик ҡыҙыҡ. Шуға туҡталайыҡ әле.

— Мин мәктәпте тамамлағас, Сибай музыка колледжына уҡырға инергә йыйындым. Ауылда ваҡытта фортепианоға уҡый башлаған инем, уҡытыусым декретҡа китте лә, ярты юлда ҡалды. Музыка мәктәбен тамамлауым тураһында документым булмағас, колледжға инә алманым. Йыраҡ та түгел бер училище бар ине. Килгән-килгән, ваҡытым бушҡа уҙмаһын тип, ҡыҙҙар араһында баш кейемдәре модельеры белгесенә уҡып сыҡтым. Тегеү эшен тормошта бер ҙә ҡулланғаным булманы. Диплом эшен яҙғанда үҙемә «хулиганка» тигән модалы кепка тегеп кейгән инем.

— Пандемия яңынан тамыр йәйеп, концерттар ҡуйыуҙы сикләһәләр, эшһеҙ ҡалмайһың икән.

— Мин бит әле блогер ҙа. Уҙған яҙҙа, пандемия башланғас, инстаграмды яҡшылап алып бара башланым, яҙылыусыларым артып китте. Сикләүҙәр керетелгәс, студияға барып булмай башланы. Артистар ҙа бөтәһе лә өйҙә ултыра. Эш юҡ. Әкренләп онлайн аранжировкалар эшләүгә керешеп киттем. Ринат Закиров тигән йырсыға Мәскәүгә бер йырҙы эшләп ебәрҙем. Көндәрҙән бер көндө: «Йылы һүҙҙәр ишетәһе килә» йырына аранжировка эшләйек әле», — тип, Әнүәр Нурғәлиев шылтырата.

Аранжировкаһын теүәлләнем, тауышын ғына яҙҙыраһы ҡалды. «Әйҙә, ватсап аша яҙҙырып ебәреп ҡара әле», — мин әйтәм. «Йылы һүҙҙәр ишетәһе килә» шулай пандемияла өйҙән сыҡмайынса эшләнгән йыр. Ул профессиональ студияла яҙҙырған кеүек үк яҡшы килеп сыҡты. Радиоларға ротацияға бирҙек. «Ватсап аша яҙҙырҙыҡ» тигәс, кеше ышанманы хатта.

— Гастролдәр менән йөрөгәндә берәр ҡыҙыҡ хәл булмайынса ҡалмағандыр.

— Уларҙы һанай башлаһаң. Ҡыҙыҡ хәлдәр күп була ул. Башҡортостандың бер ауылына килеп төштөк егеттәр менән. Ғәҙәттә, администратор алдан берәр йорт хужаһы менән һөйләшеп ҡуя ла, беҙ концертҡа ҡәҙәр, ял итеп, сәй эсеп алабыҙ. Һөйләшелгән йорт янына барып туҡтаныҡ. Алданыраҡ килгәнбеҙме, хужалары әле ҡайтып етмәгән ине. Гастролдәргә үҙебеҙ менән бөтөн әйберҙәрҙе алып йөрөтәбеҙ бит. Таҫтамалдарҙы ҡыҫтырҙыҡ та, «мунса керә торайыҡ әле» тип, кереп киттек мунсаға. Ниңәлер мунсаның пары әҙ кеүек тойола. Йылы үҙе, ләкин эҫе түгел, яңы яҡҡан мунсаға оҡшамаған. Инде һабындар менән йыуынып ултыра инек. Администраторыбыҙ: «Егеттәр, һеҙ башҡа кеше мунсаһына кергәнһегеҙ икән», — тип ҡысҡыра. Күршеләрҙең инде һыуына яҙған мунсаһына кереп, йыуынып сыҡҡанбыҙ. Ул арала мунса хужалары ла килеп етте. «Бына бит, беҙҙең мунсала тағын ҡасан артистар йыуыныр ине әле», — тип көлөштөләр. 

«Сәхнә кешеһенең дошмандары булмаҫҡа тейеш»  

— Һинең дуэттарың бик күп. Айгөл Һағынбаева, Айгөл Исрафилова, Гүзәл Әхмәтовалар менән дуэттарығыҙ бар. Һин тауышың күп кешегә тура килгән универсаль йырсымы әллә?

Минең тура киләме-юҡмы тип артыҡ уйланып торғаным юҡ. Күп йырсылар билдәле бер кеше менән генә башҡара дуэттарҙы. Ә беҙ, мәҫәлән, ул йырсы менән берәр концертҡа проект эшләгәнбеҙ икән, уны дуэт итеп тә йырлайбыҙ.

— Раил, хәҙер тауыш менән генә кешене шаҡ ҡатырып булмай кеүек. Сәхнәлә тамаша яһай, күп һөйләй белергә лә кәрәк. Һинең концерттарҙа ул бармы?

— Уны концерт ваҡытында ҡарарға кәрәк ине. Эске кисерештәрем буйынса аҙыраҡ барҙыр тип уйлайым. Былай мин үҙем үҫкән артист инде. Халыҡты йәлеп итәм. Залдарым һәр саҡ тула була, йылы итеп ҡабул итәләр.

— Эстрадала танылыу өсөн ниндәй сифаттар кәрәк?

— Практика кәрәк. Күберәк йырҙар ижад итеп концерттар күберәк ҡуйып, шунда халыҡ менән аралашып, ябай булып йәшәһәң танылаһың. Халыҡ үҙе менән бергә эшләгәнде, бергә йырлағанды ярата ул. Кешегә кешелекле булып, алдашмайынса йәшәргә, кешенең йәше, статусы, дәрәжәһенә ҡарамайынса аралашырға, һәр береһенә рәхмәтле булырға кәрәк. Дошмандарың булмаҫҡа тейеш.

— Дошмандары булмаған сәхнә кешеһе бармы икән ул?

— Аллаға шөкөр, минең бәлки, көнләшеүселәрем барҙыр, ләкин дошмандарым бар тип әйтә алмайым.

— Әрһеҙлек кәрәкме?

— Ул — иң мөһим сифаттың береһе. Шулай уҡ ялҡау булмаҫҡа кәрәк. Өйҙә ятһаң, бер нимә лә эшләнмәй.

— Һин һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Бының ғаилә тормошона зыяны теймәйме?

— Ҡатыным минең һөнәргә өйрәнде инде. Ул тормошҡа кемгә сыҡҡанын белеп сыҡты. Осрашып йөрөгән ваҡытта ул ошо тормош менән йәшәй башланы инде ул.

— Ғаилә дуэтығыҙҙы күргән инем. Ул да сәнғәт кешеһеме?

— Ул сәнғәттән йыраҡ тора. Ҡатыным һөнәре буйынса психолог. Бөгөнгө көндә декрет ялында.

— «Мине синтезаторға алыштырҙың» тип клубтан үпкәләп ҡайтып киткән ҡыҙ Гөлшат түгелдер бит?

— Шул инде.

— Ысынлап?

— Ысын-ысын (көлә). Әкренләп музыкаға булған мөхәббәтемде ҡабул итте ул минең.

— Һин шундай сибәр, популяр. Ҡыҙҙар күп яҙалыр?

— «Матур йырлайһың» тип яҙғылай фанаттарым. «Ҡиәфәтең матур» тигән булалар шунда.

— Ҡатынығыҙ ул смстарҙы уҡып, көнләшмәйме?

— Һуң мин уларҙы күрһәтмәйем. Ниңә уны юҡ-бар менән борсорға!

— Ә үҙе табып уҡыһа?

— О, юҡ, бындай һорауҙар бирмә. Уйлағаным юҡ.

— Тормош фәлсәфәң ниндәй?

— Ятып ҡалғансы, атып ҡал.

— Улдарыңды ла шулай тип тәрбиәләйһеңме?

— Эйе. Ике малай үҫтерәбеҙ. Артур менән Асҡар.

— Балаларығыҙ туған телдә һөйләшәме?

— Ғаилә эсендә улар менән башҡортса аралашырға тырышам. Ләкин баҡсала, мәктәптә русса аралашҡас, русса ла һөйләшәләр. Бер нисә көнгә ауылға ебәрһәң, өләсәләренән башҡорт телен бик тиҙ отоп ҡайталар.

— Ғаиләлә һөйләшеп кенә туған телдәрҙе һаҡлап ҡалып булырмы икән?

— Була! Мин ғаиләмдә башҡортса, һеҙ татарса һөйләшәһегеҙ, балалар ҙа башҡорт, татар телен беләсәк. Әлбиттә, әсәй кешенән бик күп нәмә тора. Ул күп ваҡытын балалар менән үткәрә. Телгә мөхәббәт тәрбиәләү, уны балаларға аралашыу дәрәжәһендә булһа ла өйрәтеү — әсәй кешенең бурысы.

«Татарстанға сығыу — яҡшы күренеш булыр ине»

— Татарстанға килгәнең бармы, Раил?

— Сольный концерттар менән килгәнем юҡ. Бер йылды Байҙар Сабасында Һабантуйҙа йырлаған инем.

— Татар-башҡорттоң уртаҡ концерттарына саҡыралармы?

— Мин Башҡортостандағы концерттарға йөрөйөм. Ҡазанға ТМТВ телеканалынан саҡырыу алғаным бар. Быға ҡәҙәр барырға яйы сыҡманы. Был инде ғаилә менән дә бәйлелер. Тормош иптәшем декретта ине, мин оло малайҙы мәктәпкә илтеп, алып ҡайтып йөрөнөм. Һуңғы йылдарҙа үҙемде күберәк ғаилә тормошона бағышланым.

— ТМТВ татарса йырларға тәҡдим иткәндер. Татарса йырҙарың бармы?

— Бер нисә йырым бар.

— Татарса йырлау ауыр түгелме?

— Бер ҡатмарлығы ла юҡ. Туғандаш телдәр бит инде. Беҙҙең яҡта бит инде татар артистары бик күп. Улар менән яҡындан аралашабыҙ. Татар йырсылары менән дуэттарым бар, уларға йырҙар ижад итәм. Улар ҙа: «Һинең бер ниндәй ҙә акцентың һиҙелмәй», — тип маҡтап торалар.

— Татарса йырҙарыңды тәҡдим иткәс, тәнҡитләүселәр булманымы?

«Башҡортса был йыр матурыраҡ булыр ине», — тип бер нисә кеше яҙғандыр. Улай ҡаты бәрелмәнеләр. Мин бит татарса йырҙарҙы башҡорт телендә лә сығарам. Татар артистары, мәҫәлән, Гүзәл Уразова, Әнүәр Нурғәлиевҡа ижад ителгән йырҙарҙы, улар татарса, үҙем иһә башҡортса башҡарам.

— Татарстанда танылаһың килмәйме?

— Татарстанға сығыу бик яҡшы күренеш булыр ине. Публиканы арттырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Яңы горизонттар ҡыҙыҡтыра, әлбиттә. Әгәр кеше тырышһа, татарса альбом сығарырға, клип төшөрөп ротацияға бирергә лә мөмкин. Бәлки яҡын киләсәктә тырышып ҡарарбыҙ.

Әлегә үҙебеҙҙең милләттең патриоты булып йәшәп ятам. Һәр кеше үҙенең телен яратырға тейеш.

Ә танылыуға килгәндә, бында һинең ниндәй телдә йырлауың артыҡ мөһим түгел. Күп ваҡыт күңелен биреп йырлаусы артистың тауышы, эске матурлығы халыҡ күңелен йәлеп итә.

— Татар-башҡорт ҡаршылығы ниңә бар икән? Ике халыҡты дуҫлаштырыу өсөн ниндәй саралар тәҡдим итер инең?

— Бөгөнгө көндә татар менән башҡорттоң уртаҡ яҡтары шул хәтлем күп. Күпме ҡатнаш ғаиләләр барлыҡҡа килгән. Күпме дуҫтар аралашып йәшәй, эш буйынса партнерҙар бар. Беҙ икебеҙ бер милләт кеүек йәшәйбеҙ. Динебеҙ уртаҡ, телебеҙҙе фонетик үҙенсәлектәр генә айырып тора.

Дөрөҫөн әйткәндә, мин был темаға һөйләргә лә ҡыйынһынам. Үҙемдең туғандарым араһында ла бик күп татарҙар бар. Мин уларҙың һәр береһен яратам һәм хөрмәт итәм. Гөрләшеп, аралашып йәшәйбеҙ. Ҡунаҡҡа йөрөшәбеҙ, балалар донъяға килә.

Ҡаршылыҡтарға килгәндә, уларҙы аңлашылмай торған берәгәйле осраҡтар килтереп сығара. Беҙгә провокацияларға бирешмәҫкә кәрәк. Күберәк уртаҡ проекттар ойошторорға, татар авторҙары менән уртаҡ йырҙар ижад итергә. Бер шиғыр иҫкә килеп төшә. Юлдарын һәм авторын теүәл хәтерләмәйем. «Татармы, башҡортмо, уныһы мөһим түгел. Телебеҙҙе юғалтмайыҡ, балалар руслашмаһын», — тигән мәғәнәлә ине.

Балаларҙы ла был мәсьәләлә дөрөҫ тәрбиәләргә кәрәк. Улымдың минән: «Ниңә беҙ башҡортса, ә туған апай татарса һөйләшә. Татарса һөйләшкәс, ул ниңә Татарстанда йәшәмәй?» — тип һорағаны бар. Балаларҙың ундай һорауҙары тыуыу ғәҙәти хәл. «Беҙ ике милләт вәкиле, ләкин беҙ туғанлашып бөткән халыҡтар», — тип аңлатам. Ә ҡаршылыҡтарға килгәндә, уларҙы радикаль фекерле, тәрбиә һәм белем дәрәжәһе түбән булған кешеләр тыуҙыра. Кеше яҡшы икән, уның менән аралашабыҙ. Һин татар, башҡорт ҡына түгел, башҡа милләттәр араһында да ҡаршылыҡ килтереп сығарыусылар бар. Мәҫәлән, әрмәндәр менән әзербайжандар араһында ла бар был проблема. Уларҙа әле ул етди дәрәжәлә.

— Улар менән сағыштырғанда беҙҙең аралар түҙерлек әле тиһеңме?

— Юҡ, беҙҙеке түҙерлек түгел, беҙҙеке «кайфово». Һеҙҙә нисектер, ә беҙҙә ике халыҡтың үҙ ара мөнәсәбәттәре «кайфово».

«Татарстанда шоу-бизнес, Башҡортостанға ҡарағанда, иртәрәк үҫеш алды»

— Ниңә Башҡортостанда тыуған йырсылар Татарстанға килә? Беҙҙә танылыу еңелерәкме?

— Һеҙ бит Мәскәүгә, үҙәккә яҡыныраҡ (көлә). Бәлки элек йырсыларға ижад итер өсөн һеҙҙә уңайлыраҡ булғандыр. Һеҙҙә «Барс-Медиа», «Осҡар-Рекордс» кеүек продюсерлыҡ үҙәктәре бар ине. Концерт индустрияһы, шоу-бизнес тиҙерәк үҫеш алды. Йырсыларға уңайлыраҡ булғандыр йырҙар ижад итергә, клиптар төшөрөргә, үҙҙәрен үҫтерергә. Беҙҙең Башҡортостан да хәҙер күтәрелә башланы. Таланттар беҙҙә бик күп. Уҙған йылдан бирле иғтибар итәм, беҙҙекеләр ҙә әкренләп таланттарҙы күрә башланы. Төрлө музыкаль бәйгеләр үткәрелә. Унда еңеү яулаған йырсыларҙы еңел генә дәүләт эштәренә урынлаштыралар. Элек бит Филармонияға кереү ҙә ауыр ине. Ә хәҙер оҫталығың, талантың бар икән — шунда үк өҫкә күтәреп ҡуялар.

— Һинең талантың нисек баһаланды?

— Быйылғы йыл минең өсөн ҙур ҡыуаныс менән башланды. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исемен алдым. Был минең өсөн бик ныҡ яуаплылыҡ.

— Ҙур тырышлыҡ менән килгән исемдер.

— Социаль селтәрҙәремде бик актив ҡарап, күҙәтеп барам. Бер генә негатив хат та, комментарий ҙа килмәне. «Ниһайәт, һин быға лайыҡ», — тип яҙалар.

— Хейтерҙарың бер ҙә юҡмы ни?

— Юҡ, Аллаға шөкөр. Кешенең юлына арҡылы төшмәһәң, кешелекле булһаң, хейтерҙарға яҙыр һүҙ бөтә.

— Һин бәхетле кешеме, Раил?

— Бик бәхетле. Яратҡан эшемә рәхәтләнеп киләм, яратҡан эшемдән яратҡан ғаиләм янына ҡайтам. Шул иң ҙур бәхет түгелме!

— Һинең өсөн яҡшы ял ниндәй ул?

Ғәҙәти әйберҙәр: ғаиләң менән ҡалаға йөрөргә сығыу, дуҫтар менән осрашыу, йәй көнө диңгеҙгә барып ҡайтыу, тәбиғәт ҡосағында ял итеү.

— Башҡортостандың тәбиғәте иҫ киткес матур. Кеше бик белмәй торған шәп урынды әйтегеҙ әле, ял итергә ҡайҙа барайыҡ?

— Ысынлап та, беҙҙә матур урындар бик күп. Икенсе Швейцария тип атайҙар Башҡортостанды. Күгәрсен районындағы «Мораҙым» тарлауығы иҫ киткес урын. Баймаҡ районының Талҡаҫ күленә килегеҙ. Шул хәтле матур күл, уны бер килеп, үҙ күҙең менән күрергә кәрәк.

Беҙҙең яҡтағы кешеләр ҙә ябай, ҡунаҡсыл халыҡ. Матур итеп ҡаршы алалар, матур итеп оҙаталар. Килегеҙ йәме, көтөп ҡалабыҙ.


«Интертат» искәрмәсе: Раил Өметбаев башкорт милләтеннән булу сәбәпле, интервьюны башкорт телендә бирергә булдык. Җырчыга иҗат уңышлары, тулы заллар теләп калабыз!

Комментарийлар (0)
Калган символлар:
news_right_column_1_240_400
news_right_column_2_240_400
news_right_column_3_240_400
news_bot_970_100